Автобус кәрәк. Автобус...14.03.2017
Автобус кәрәк. Автобус... Башҡортостанда мәктәп автобустарына ихтыяж әүәлгесә ҙур булып ҡала. Әле Мәғариф министрлығына муниципалитеттарҙан ошо мәсьәлә буйынса 143 ғариза бирелгән.
– Яҡын арала федераль бюджет аҡсаһына 77 мәктәп автобусы аласаҡбыҙ, әммә улар газ яғыулығында эшләйәсәк, – тине мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ултырышында. – Автобустар һатып алыуға шулай уҡ республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум бүлеү ҡарала. Тимәк, юл картаһы буйынса автобустар менән тәьмин ителеү кимәле 43 процент тәшкил итәсәк.
Әле төбәктә мәктәп автобустары паркында 1348 берәмек техника иҫәпләнә, шуларҙың 325-е һуңғы өс йылда һатып алынған.


Вернуться назад