Башҡортостан тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ14.03.2017
“Рәсәй милләтенең берҙәмлеге тураһында”ғы яңы эшләнгән закон халыҡтың берҙәм милләт хаҡындағы төшөнсәне ҡабул итеүгә әҙер булмауы һөҙөмтәһендә “Дәүләт милли сәйәсәте нигеҙҙәре тураһында”ғы закон итеп үҙгәртеләсәк. Закон проекты концепцияһын әҙерләү буйынса эш төркөмө етәксеһе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валерий Тишков ошо турала белдерҙе.
– Рәсәй – донъяның иң полиэтник державаларының береһе. Милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү йәһәтенән хоҡуҡтың эшләмәүе парадокс булып тора. Һөҙөмтәлә милли ерлектәге бәхәстәргә хоҡуҡи баһа биреү ҡыйынлаша, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ошондай закон булдырыу тураһындағы тәҡдимде тулыһынса хуплаһаҡ та, теоретик яҡтан бындай документты әҙерләүҙең ҡыйын икәнлеген күрәбеҙ. Уны артабан тормошҡа ашырыу хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Закон декларацияға әүерелмәһен өсөн гипотеза һәм деспозиция нормаларын ғына түгел, шулай уҡ санкцияларҙы ла үҙ эсенә алырға тейеш.
Константин Толкачев билдәләүенсә, Рәсәй халыҡтар союзы, күп милләтле федератив дәүләт булараҡ барлыҡҡа килгән. Конституциябыҙҙа ла ошо уҡ нығытылған. Законды эшләгәндә төрлө халыҡтарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын иҫәпкә алырға кәрәк, сөнки әгәр закон уларға ҡаршы килә ҡалһа, хәл-ваҡиғаларҙы ниндәй шарттар көйләүе билдәһеҙ.
– Закон проектын әҙерләгән авторҙарға Башҡортостан Республикаһында тупланған милләт-ара хеҙмәттәшлек тәжрибәһен өйрәнергә тәҡдим итәм. Владимир Путин әйтеүенсә, республикабыҙҙа, бер тамсы һыуҙағы кеүек, бөтә Рәсәй, күп төрлө мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр, халыҡтар дуҫлығы сағыла. Бында төрлө этностарҙың үҙ-ара ихтирам һәм тиң хоҡуҡлылыҡ нигеҙендә йәшәүе йәһәтенән күп быуатлыҡ тәжрибә тупланған. Ул закон проекты концепцияһы нигеҙен тәшкил итә алыр ине.


Вернуться назад