Өфөнән инициатива төркөмө ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу пункттары картаһын эшләй. Унда ҡалала макулатуранан алып батарейкаларға һәм энергияны һаҡлаусы лампаларға тиклем төрлө ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү урындары тураһындағы мәғлүмәт күрһәтеләсәк. “Таҙа тормош” йәмәғәт проекты кешеләрҙең фекерләүен үҙгәртеүҙе, планеталағы экологик хәл өсөн йәмғиәттә яуаплылыҡ тойғоһо уятыуҙы маҡсат итеп ҡуя, тип белдерҙе инициатива төркөмө вәкиле Лилиә Мутикова.
Ирекмәндәр әйтеүенсә, картаның тағы ла бер ыңғай яғы бар. Өфөләге һәр кеше ошо проекттың ирекмәне була, сайтҡа мәғлүмәттәр өҫтәй йәки уларҙы төҙәтә ала. Мәғлүмәт модератор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына сайтҡа урынлаштырыла.
Әйткәндәй, ҡалдыҡтарҙы ҡабул итеү пункттары картаһы әле Рәсәйҙең 37 ҡалаһында ғәмәлгә индерелгән.