Хәлеңдән килһә, ярҙам ит10.03.2017
Өфө депутаттары “Уңайлы мөхит” проектын тормошҡа ашырыуҙа медицина учреждениеларына ярҙам күрһәтергә әҙер. Ҡала Советы башлығы Валерий Трофимов 5-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Андрей Палтусов менән аныҡ тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.
5-се дауахана ҡарамағына ингән ике поликлини­кала һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән ке­ше­ләр өсөн бәҙрәфтәрҙе ҡулай­лаштырырға кәрәк. Травмпунктта ла ошондай уҡ ихтыяж бар. Бынан тыш, поликлиникаларҙың береһендә пандус эшләнмәгән.
– Был мәсьәлә муниципалитет вәкәләт­тәренә инмәй. Әммә уны хәйриә ярҙамы нигеҙендә хәл итер­гә мөмкиндер. Бындай тәжрибә бар. Өфөнөң депутаттар корпусы шәфҡәтлелеккә ҙур иғтибар бирә. Былтыр октябрҙән алып декабргә тиклем 28 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Беҙҙә төҙөлөш ойошмаларына етәкселек иткән депутаттар эшләй. Улар ярҙамдан баш тартмаҫ, тип уйлайым, – тине Валерий Трофимов.
Өфө ҡала Советы рәйесе шулай уҡ баш ҡала­быҙ­ҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә муниципаль-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса тәҡдим индерҙе. Уның фекеренсә, реабилитация үҙәктәре ойоштороу­ҙа был бик тә файҙалы буласаҡ. Ошо нигеҙҙә бер­ҙәм ҡала травматология һәм реабилитация үҙәген асырға мөмкин.
– Реабилитация үҙәктәре, ысынлап та, бик кәрәк. Бындай иғтибар сараһы кешегә тулы­һынса һауығып, хеҙмәт эшмәкәрлегенә әйләнеп ҡайтыу ваҡытын байтаҡҡа ҡыҫҡарта, – тине Андрей Палтусов.


Вернуться назад