Канат юлы төҙөкләндерелә10.03.2017
Апрелдә Өфөнөң “Трамплин” туҡталышы райо­нында һуҙылған канат юлын ремонтлау эше башлана. Пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән канат юлы – баш ҡаланы Ҡариҙелдең аръяғы менән тоташтырыу сараларының береһе, ул Дудкин, Карпов, Йылҡыбай ауылдарында йәшәгәндәргә паромға барып етергә ярҙам итәсәк.
Канат юлын төҙөкләндереү мәсьәләһе былтыр ноябрҙә асыҡ тыңлауҙар ваҡытында күтәрелә. Тө­бәк­тәге депутаттар баҡсасыларҙың тәҡдимен хуп­ла­ғас, был эшкә дәүләт бюджетынан ике миллион һум аҡса бүленә. Ҡала Советы рәйесе Валерия Тро­фимова белдереүенсә, канат юлы навигация, йәғни йылғала теплоходтар йөрөү миҙгеле, башланыу менән ҡулланыуға тапшырыласаҡ.


Вернуться назад