Балалар шәфҡәт көтә10.03.2017
Башҡортостанда янғында зыян күргән балаларға донор ярҙамы кәрәк. Фажиғә 5 мартта Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында була.
Социаль селтәрҙә хәбәр итеүҙәренсә, утта оло йәштәге хужабикә һәләк була, Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың балалары – 20 йәшлек Екатерина, 8 йәшлек Арсений һәм өс йәшлек Григорий етди зыян күрә. Катя менән Гришаның тын юлдары янған, Арсений төтөн менән ағыуланған.
Әле Слегиндар ғаиләһе ярҙамға мохтаж. Өфөләге ҡан биреү станцияһында (Батыр урамы, 41/1) донорҙарҙы көтәләр. Унда мотлаҡ Гриша Слегинға ярҙам итергә теләүегеҙ хаҡында белдерергә кәрәк.


Вернуться назад