Тәмләп ҡарайыҡ10.03.2017
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында 9 – 12 мартта Өфөлә Сыр фестивале уҙғарыла.
Республикабыҙҙағы сыр яһаусылар ҡулланыусыларға продукцияның бик күп төрҙәрен тәҡдим итмәксе. Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа сыр йәрминкәләре тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй. Тәжрибәнән күренеүенсә, бындай сараларҙы һатып алыусылар айырыуса үҙ итә, сөнки теләге булған һәр кем сыр етештереүселәр менән туранан-тура аралаша, ризыҡты тәмләп ҡарай, уның сифатын баһалай ала. Быйыл фестиваль “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә (Сик буйы урамы, 174) уҙа.