Ҡолонсаҡтан – арғымаҡҡа10.03.2017
Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты билдәләнде. Республика Башлығы бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
Награда яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға 2014 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан “Ҡолонсаҡ – арғымаҡ булыр бер саҡ”: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр” китабы өсөн бирелде.
Әйткәндәй, быйыл ошо дәүләт премияһына ете кеше дәғүә итте.