Йортоң теркәлгәнме?08.03.2017
Рәсәйҙә шәхси төҙөлөш өсөн бүленгән ер участкаларындағы теркәлмәгән йорттарға яуаплылыҡты арттырҙылар. Мәҫәлән, яҡын арала милек законлаштырылмаһа, ер һалымын икеләтә арттырып түләргә мәжбүр буласаҡтар.
Федераль һалым үҙәге хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, был хаҡта ҡарар 2006 йылда уҡ ҡабул ителгән. Быйыл иһә тәү тапҡыр яза саралары ҡулланыласаҡ, йәғни билдәләнгән майҙан өсөн дүрт мең һум түләнергә тейеш булһа, бынан һуң һигеҙ меңде сығарып һалырға тура киләсәк.
Бөгөн Рәсәйҙә шәхси йорттар өсөн 16 миллион гектар ер бүленгән. Уларҙың күпселегендә өйҙәр ҡалҡһа ла, милек булараҡ рәсмиләштерелмәгән. Йәнә биш миллион участокты кеше буйы ҡара-ғура ҡаплаған.
Белгестәр әйтеүенсә, бәғзе берәүҙәр был эште һалымдан ҡасып түгел, ә йыш ҡына ҡайһы бер талаптарҙы белмәү, мөлкәтте теркәтеү ҡатмарлығынан һуҙа. Тап шуға ла күптәр дачаһын нәҫел-нәсәбенә бүләккә законлаштырыу йәки банкка мөлкәтен залогка һалырға булһа, артыҡ мәшәҡәттәр килеп сыға. Эш йәнә һуҙыла, сөнки йортҡа хоҡуҡ булмайынса тороп, был хыялыңды бойомға ашырыу мөмкин түгел. Мәҫәлән, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ер хужалары биләмәһенең сиктәре аныҡ билдәләнмәһә, уны һата ла, бүләк итә лә алмай.
“Күренмәгән йортто” страховкалау ҙа мөмкин түгел. Дөрөҫ, табыш артынан ҡыуған күпселек страховкалау компаниялары был эште ҙур теләк менән атҡара. Әммә янғын кеүек бәлә-ҡаза сыға ҡалһа, мөлкәткә ысын документ булмайынса тороп, уға килгән зыянды ҡаплатмауҙары ла ихтимал. Бөгөн күп страховкалау агенттары ошоноң менән файҙалана ла инде, сөнки документы булмаған ҡаралты өсөн быны иҫбатлауы ауыр.
Әйткәндәй, быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә мөлкәтте рәсмиләштереү юлы ябайлаштырылды. Хәҙер “Росреестр”ға йәки үҙең теләгән күп функциялы үҙәккә документтарыңды тапшырып, дәүләт кадастр иҫәбенә баҫырға һәм мөлкәткә хоҡуҡты берҙәм процедура сиктәрендә теркәргә мөмкин.