Кино ла төшөрәләр08.03.2017
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Өфөлә “Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙ киноһы” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Сараны ябыу һәм лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үтте.
Кинофестивалдең программаһына ҡыҫҡа метражлы уйын һәм анимациялы фильмдар инде. Журналистарҙан торған жюри номинацияларҙы билдәләне һәм лауреаттарҙы бүләкләне.
Татьяна Перцева “Өҫкө донъя дөңгөрө” (“Бубен верхнего мира”) кинокартинаһы өсөн “Заманса әҙәбиәтте кинематография юҫығында уҡыуҙың үҙенсәлеклелеге өсөн” номинацияһында, ә Анна Мальгинова “Йөрәк. Дөңгөр. Самолет” (“Сердце. Бубен. Самолет”) анимациялы фильмы өсөн “Бөтөнлөк, еңеллек, шиғри һөйләү” номинацияһында лауреат булды. Таңсулпан Бураҡаева иһә “Ике күрше” кинотаҫмаһында изге күршелек идеяларын асҡан өсөн, Нәркәс Искәндәрова “Шатлыҡ” мюзиклында классиканың асылын музыкаль йәһәттән уңышлы асҡан һәм юл-транспорт ваҡиғалары темаһын актуалләштергән өсөн диплом алды.
Айгөл Байрамғолованың “Урал менән Шүлгәндең мажаралары” анимациялы фильмы “Башҡорт палитраһында сағыулыҡ һәм яңы буяуҙар өсөн”, Елена Жилинскаяның “Күбәләк” фильмы “Фильм авторы менән тамашасының Изгелек һәм Яуызлыҡ тураһындағы диалогы өсөн” номинацияһында дипломға лайыҡ булды. Ольга Стариковаға “Мин тере” (“Я живой”), Дилә Мөхәмәтйәроваға “Фирүзә муйынсаҡ”, Камила Далгычҡа “Русса weekend” фильмы өсөн дипломдар тапшырылды.
Кинофестивалде ябыу тантанаһында абруйлы ҡунаҡтар, республикала танылған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты.
Әйткәндәй, бындай сара Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелә. Уны “Бишбармаҡ-синема” киностудияһы, Башҡортостандың заманса режиссура һәм драматургия үҙәге, “Һомай” студияһы, республиканың Кинематографистар союзы ойошторҙо.