Әсәлек капиталы 10 көндә күсә08.03.2017
Рәсәй Хөкүмәте торлаҡ алыу өсөн Әсәлек капиталы аҡсаһын күсереү ваҡытын байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеген биргән ҡағиҙәләрҙе раҫланы.
– Мин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙым. Ул Әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәһен ғәмәлдәге ҡануниәт менән яраштыра. Бынан тыш, унда ата-әсәнең ғаризаһы буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән мәлдән алып капитал аҡсаһын күсереү ваҡыты бер айҙан 10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартыла. Тимәк, аҙыраҡ көтөргә тура киләсәк, – тине Дмитрий Медведев вице-премьерҙар менән үткәргән кәңәшмәлә.
Ул шулай уҡ Әсәлек капиталы бирә башлауға быйыл ғинуарҙа 10 йыл тулыуы хаҡында әйтте. Ошо ваҡыт эсендә ярҙамдың был төрөнән 5 миллионға яҡын ғаилә файҙаланған. Вице-премьер Ольга Голодец граждандарҙың күпселеге Әсәлек капиталын һорап, электрон формала мөрәжәғәт итеүен билдәләне.
Эксперттар баһалауынса, Әсәлек капиталы демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә, Рәсәйҙә һуңғы дүрт йылда халыҡ һанының артыуы күҙәтелә.


Вернуться назад