“Ҡыҙыу бәйләнеш”тән белегеҙ07.03.2017
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойоштора.
13 марттан 27-һенә тиклем иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем граждандар аҙыҡ-түлектең сифатына ҡағылышлы һорау биреү һәм республика ведомствоһына, уның территориаль бүлектәренә мөрәжәғәт итеү тәртибе хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.
“Ҡыҙыу элемтә” телефоны: 8-800-100-47-67.
Бынан тыш, Дәүләт мәғлүмәт ресурсы сайтында ҡулланыу­сыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә “Виртуаль ҡабул итеү бүлмәһе” эшен дауам итә. Унда теләге булған һәр кеше ҡулла­ныусыларҙың хоҡуғына бәйле һорау ебәрә ала. Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә лә (Өфө ҡалаһы, Р. Зорге урамы, 58, 106-сы бүлмә, 12 сәғәт 45 минуттан алып 16 сәғәткә тиклем) консультация алырға була.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостандағы территориаль бүлектәре лә ҡулланыусыларға ярҙам күрһәтә.


Вернуться назад