Марс Кашаповҡа ышаныс күрһәтелде07.03.2017
“Янғантау” шифаханаһы директорының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Марс Кашапов контракт буйынса Салауат районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.
Район Советы башлыҡ вазифаһына тәғәйенләү буйынса конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы ошондай ҡарар ҡабул итте. Ултырышҡа биләмә башлыҡтары һәм идарасылары, ойошма, учреждение етәкселәре, мәктәп директорҙары, мәҙәниәт йорто мөдирҙәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылды.