Аҡса иҫәп ярата07.03.2017
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Был йәһәттән тикшереү һәм эксперт-аналитик сараларҙың һөҙөмтәләре Башҡортостан Башлығына, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Республика Хөкүмәтенә ебәрелгән.
Шуны билдәләргә кәрәк: Контроль-иҫәп палатаһы тарафынан бюджет өлкәһендәге ҡануниәтте боҙоуҙы кисектереү эше көсәйтелгән. Төп иғтибар бюджетты үтәү процесын камиллаштырыуға, эске контролде ойоштороуға, дәүләт милке менән файҙалы идара итеүгә йүнәлтелгән.
Ултырышта билдәләнеүенсә, республика бюджетына килтерелгән зыянды ҡаплау, ҡануниәтте боҙоуҙа ғәйепле вазифалы кешеләрҙе яуапҡа тарттырыу, фашланған енәйәт һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар ҡабул итеү өсөн 86 тәҡдим яһалған. Уларҙы бойомға ашырыу аҙаҡҡаса контролдә тотоласаҡ. Әйткәндәй, Контроль-иҫәп палатаһының протокол төҙөү хоҡуғы бар. Был йәһәттән 69 вазифалы кеше – административ, 105 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, ә етәүһе эшенән бушатылған. Һалынған штрафтарҙың дөйөм суммаһы 1,1 миллион һум тәшкил итә.