Йәштәр, һеҙ ҡайҙа?07.03.2017
Башҡортостан йәштәрен Волга буйы федераль округының “iВолга-2017” йәштәр форумында ҡатнашырға саҡыралар. V форум 14 – 24 июндә Һамар өлкәһенең Мастрюков күлдәрендә үтәсәк.
Ғаризалар 1 мартта ҡабул ителә башланы. Сара Волга буйы төбәктәренән генә түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа федераль округтарынан ике мең самаһы талантлы йәш кешене берләштерә. Сит ил делегацияларының да килеүе көтөлә.
Былтырғы йыйындағы кеүек үк, быйыл да тиҫтәләгән тренинг сменаһы эшләйәсәк. Улар – “Инновациялар һәм техник ижад”, “Мәҙәни БУМ”, “Кесе атайсал – ҙур мөмкинлектәр”, “МедиаТулҡын”, “Патриот”, “Изгелек быуыны”, “Сәйәсәт”, “Спорт һөйөүсе йәштәр – сәләмәт милләт”, “Һин – эшҡыуар” федераль сменалары, “iВолга Global” халыҡ-ара сменаһы, инклюзив ҡаласыҡ.
Конкурс шарттарына ярашлы, грант ярҙамына дәғүә иткән йәштәр проекттарын һайлап алғанда уларҙың үҙенсәлегенә, инновациялы ҡарашҡа, социаль әһәмиәткә һәм идеяны ғәмәлдә тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә иғтибар бирелә. Бүләкләү фонды һигеҙ миллион һум тәшкил итә. Шулай уҡ федераль ҡаҙнанан аҡса бүлеү ҙә күҙаллана.
Форумдың рәсми сайты яңыртылды. Хәҙер сарала ҡатнашырға теләгәндәр шәхси кабинеттарҙа онлайн тәртибендә проекттарына үҙгәреш индерә ала.