Нәзәкәтле сәнғәт өлгөһө07.03.2017
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Башҡортостандың Милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. “Иҫтәлектәр селтәре” (селтәр бәйләү сәнғәте: тарих һәм заман) тип аталған экспозиция оҫта ҡуллы гүзәл зат өсөн генә түгел, ә самими матурлыҡҡа табынған, күңел йылыһы ҡушып үрелгән нәзәкәтле ҡул эштәренә өҫтөнлөк биргәндәргә лә ҡыҙыҡ булмаҡсы.
Күргәҙмәнең маҡсаты – Рәсәйҙәге селтәр бәйләү тарихы менән таныштырыу, уның һуңғы 150 йылдағы үҫеш юлын күрһәтеү. Күргәҙмәлә селтәр элементтары булған халыҡ кейемдәрен, башҡа кейем-һалым өлгөләрен күрергә була. Шулай уҡ селтәр һәр заманда йорт интерьерында, көнкүрештә әүҙем ҡулланылған һәм ҡулланыла: ашъяулыҡ, салфетка, таҫтамал, мендәр тышлығы, ҡорғандар, япмалар... Уларҙың күбеһе – музей экспонаттары, сәнғәт кимәлендәге өлгөләр, әммә арабыҙҙа оҫтабикәләр аҙ түгел: сарала булыу, бәлки, кемдәлер дәрт-дарман уятыр, ҡул эшенә илһамландырыр...
Сарала селтәр бәйләүҙең заманса өлгөләре лә бар. Ошо иҫәпкә Өфө оҫтабикәләренең махсус энә, ирланд ысулдары менән бәйләгән әйберҙәре инә. Ғөмүмән, экспозиция бай – матурлыҡ яратыусылар иғтибарына 200-ҙән ашыу экспонат тәҡдим ителә.