Өфөлә тулы метражлы яңы “Урал батыр” нәфис фильмында төп һәм башҡа ролдәргә кастинг иғлан ителде. 18—25 йәшлек, башҡорт телен яҡшы белгән йәштәр фильмда уйнауға дәғүә итә ала. Кастинг 18 мартта көндөҙгө сәғәт 2-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.Башҡорт халыҡ эпосы буйынса “Урал батыр” нәфис фильмы быйыл төшөрөләсәк. Сюжеттың нигеҙе — Урал батырҙың халыҡ именлеге өсөн героик көрәшен һүрәтләү. Ваҡиғалар фантастик донъяла бара, геройҙар сихри һәләттәргә эйә.
— Фильмда төп иғтибар йәшәү һәм үлем, үлемһеҙлек, изгелек һәм яуызлыҡ темаларына йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, был төшөнсәләр бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай. Фильм ижтимағи, әхлаҡи, фәлсәфәүи йәһәттән мөһим проблемаларҙы күтәрәсәк. Был темаларҙы асыу өсөн кино индустрияһындағы заманса саралар ҡулланыласаҡ, — тине картинаның авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталова.
Фильм өсөн үҙенсәлекле костюмдар тегеләсәк, ер аҫты һәм һыу аҫты батшалығын сағылдырған декорациялар эшләнәсәк. Һуңыраҡ улар республикалағы музей фондтарын тулыландырасаҡ. Картинаны нигеҙҙә Башҡортостандың тәбиғәт ҡосағында, атап әйткәндә, Бөрйән районындағы Йылҡысыҡҡан күлендә, Шүлгәнташ мәмерйәһендә төшөрөү күҙаллана. Унда башҡорт халҡының йолалары, уйындары, ғөрөф-ғәҙәттәре күрһәтеләсәк. Әле фильм өсөн яңы бейеүҙәр һалына, йырҙар яҙыла.
Проектты башҡорт телендә тормошҡа ашырыу, рус теленә субтитрҙар менән биреү ҡарала. Премьера 2018 йылға планлаштырыла. Фильмды төшөрөүгә республика Башлығының 13,5 миллион һумлыҡ гранты бирелде.