Республика йортонда осрашыу03.03.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Бөтә донъя шашка федерацияһы президенты Гарри Оттен менән осрашты. Ул Өфөгә 1—12 мартта “Президент отел”дә үтәсәк Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы финалына килгән.
Яҡтар төбәктә шашка спортын үҫтереү һәм бында ҙур халыҡ-ара ярыштар үткәреү мөмкинлеген тикшерҙе. Шулай уҡ метеорологик мәсьәләләр күтәрелде. Гарри Оттен Нидерланд метеорология институтында һәм АҠШ-тың Пенсильвания университетында эшләгәндән һуң, 1986 йылда үҙенең метеорология компанияһын асҡан. Әле ошо шәхси метеорологик компанияның 17 илдә офисы бар.