Туристар һанының артыуы көтөлә01.03.2017
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең артабанғы үҫеше, ҡурсаулыҡтарҙың эше, ғөмүмән, Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылында беҙҙе ниндәй саралар көтә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министры урынбаҫары Илдус Яхин, Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсәнов, “Башҡортостан” милли паркы директоры Владимир Кузнецов, “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығы директоры Вәсилә Яныбаева яуап бирҙе.
Тәү сиратта “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылыусылар әлеге йылдың әһәмиәтен билдәләп, Экология йылы сиктәрендә үткән һәр сара махсус һаҡланған биләмәләргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың проблемаларын хәл итеүгә ҡоролорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Владимир Кузнецов үҙ сығышында Рәсәйҙә ҡурсаулыҡтар системаһының үҫешен билдәләп, әлеге мәлдә илдәге һаҡланған биләмәләр сит илдәгеләрҙән бер ҙә ҡайтыш булмауын иҫбатланы. Әйткәндәй, “Башҡортостан” милли паркы федераль әһәмиәткә эйә. Паркта башҡорт бал ҡортоноң тоҡомон һаҡлауға күп көс һалына.
Вәсилә Яныбаева “Башҡортостан” дәүләт ҡурсаулығының эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Ҡурсаулыҡ ойошторолоуға быйыл 87 йыл тула икән. Биләмәлә йәшәгән һәр ҡош, һәр януарҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән хеҙмәткәрҙәр.
– Һыу һәм һауа таҙалығын, тирә-яҡ мөхиттең сафлығын кешелек һаулығы мәнфәғәтендә һаҡларға кәрәк. Бынан тыш, 2001 йылда хайуандарҙың миграцияһы өсөн экологик каркас булдырыу тураһында һүҙ булғайны. Хатта бының өсөн рөхсәт алынғайны. Ошо мәсьәләне ҡайтанан күтәреү фарыз, – тине Вәсилә Әхәт ҡыҙы.
– Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарының береһендә геопарк булдырыласаҡ. Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы килешеү нигеҙендә төҙөләсәк ул. Уның донъя кимәлендәге биләмә булыуын иҫәпкә алырға кәрәк. Әлеге мәлдә егермегә яҡын тәбиғәт һәйкәлен тикшерәбеҙ, тәҡдимдәр әҙерләйбеҙ. Еҙем йылғаһында тәбиғәт паркы булдырыу мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә.
Ғөмүмән, йылдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Былтыр бөтөн тәбиғәт биләмәләренә килгән туристар һаны ике тапҡырға артҡан, быйыл был күрһәткес күпкә юғарыраҡ булыр тип өмөтләнәбеҙ, –тине Илдус Рафаҡ улы.