Ташлама алыу ваҡыты оҙайтылды01.03.2017
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте ер участкаларын ташлама менән һатып алыу ваҡытын оҙайтырға ҡарар итте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Хөкүмәттең әүәлге ҡарары менән республиканың дәүләт милкендәге ерҙе һәм дәүләт милке билдәләнмәгән ер участкаларын биналар, ҡаралтылар һәм ҡоролмалар милекселәренә һатыу хаҡы һәм уны түләү тәртибе билдәләнгәйне. Үҙгәрештәргә ярашлы, быйыл 31 декабргә тиклем бындай ерҙәрҙең хаҡы ғариза биреүсе мөрәжәғәт иткән мәлгә ер участкаһының кадастр хаҡының 50 процентын тәшкил итә. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 1 июленә тиклем иһә ул 75 процентына тиң буласаҡ, ә 2018 йылдың 1 июленән, федераль ҡануниәттә башҡаһы ҡаралмаһа, ер кадастр хаҡы буйынса һатыласаҡ.