Агентлыҡтар ыңғай баһа бирҙе28.02.2017
Башҡортостан Республикаһының оҙайлы кредит рейтингы “Ва2” кимәлендә раҫланды, прогноз “Кире”нән “Тотороҡло”ға үҙгәртелде. Moody’s Investors Service халыҡ-ара рейтинг агентлығы күптән түгел ошондай ҡарар сығарҙы.
Агентлыҡ Рәсәй Федерацияһының суверенлы рейтингы буйынса прогнозды яҡшыртып, илебеҙ рейтингын “Ва1” кимәлендә раҫлағайны. Әле Башҡортостан Мәскәү өлкәһе, Ханты-Манси автономиялы округы, Татарстан Республикаһы менән бер кимәлдәге кредит рейтингына эйә.