Романтик комедияла – башҡорт моңо28.02.2017
Романтик комедияла – башҡорт моңо
“Өфөнән һөйөү менән” (“Из Уфы с любовью”) яңы тулы метражлы нәфис фильмында башҡорт көйҙәре яңғыраясаҡ.

Картинаның режиссеры Айнур Асҡаров әйтеүенсә, әле эш тамамланыуға бара. Кинокартинаға музыканы ике автор – Санкт-Петербургта эшләгән, сығышы менән Өфөнән булған композитор Руслан Шафиҡов һәм республикабыҙҙа танылған музыкант, “Етегән” этно-төркөмө етәксеһе Илдар Шакиров яҙа.
– Музыка төрлө характерҙа буласаҡ. Заманса, шулай уҡ халыҡ мотивтары ла индереләсәк, әлбиттә. Илдар милли музыка ҡоралдары тауышын яҙҙыра, – тине режиссер.
Саундтректар яҙҙырыу менән бер рәттән компьютер графикаһы буйынса эш алып барыла. Республикабыҙҙа премьера 30 мартҡа тәғәйенләнгән. Был көндә фильм Өфө, Баймаҡ, Сибай, Октябрьский һәм Мәсәғүт кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре уны 23 мартта “Родина” кинотеатрында ҡарай ала.
“Өфөнән һөйөү менән” – романтик комедия. Ваҡиғалар Өфөлә бара. Төп геройҙар – ҡала йәштәре. Картинала Илһөйәр Ғизетдинова, Хөрмәтулла Үтәшев, Айһылыу Йомағолова, Эмиль Әмиров, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрдүнә Ҡасимова, пародия оҫтаһы Илсур Тайсин уйнай. Төп ролдәрҙә – йәш актерҙар: Мәскәүҙән Полина Смыковская һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе курс студенты Асҡар Нагаев. Тулы метражлы фильм “Асҡарфильм” студияһы тарафынан Башҡортостан Башлығының 4,5 миллион һумлыҡ грантына төшөрөлдө.


Вернуться назад