Торлаҡты 1 марттан һуң да хосусилаштыра алаһың28.02.2017
Рәсәй граждандары өсөн торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу срокһыҙ буласаҡ.
Владимир Путин Рәсәйҙең закон акттарындағы айырым положениеларҙың көсөн юғалтыуын таныу тураһындағы федераль законға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, бушлай хосусилаштырыу 2017 йылдың 1 мартында тамамлана тигән положение ғәмәлдән сығарылды. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе.
Яңы норма граждандарҙың бөтә категорияларына ҡағыла. Ләкин торлаҡты әүәлгесә бер тапҡыр ғына түләүһеҙ хосусилаштырырға мөмкин. Закон торлаҡты мотлаҡ хосусилаштырыу зарурлығын күҙ уңында тотмай, бындай ҡарарҙы кеше үҙаллы ҡабул итергә тейеш.