Республика делегацияһы – Сочиҙа28.02.2017
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “Сочи-2017” Рәсәй инвестиция форумында республикабыҙҙың рәсми делегацияһын етәкләй.
Республика етәксеһе форумдың пленар ултырышында, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтары менән ҡаҙна-ара сәйәсәт мәсьәләләре буйынса осрашыуында һәм Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Аркадий Дворковичтың Рәсәйҙең инновацион төбәктәре ассоциацияһы ағзалары менән һөйләшеүендә ҡатнашты.
Делегацияның эш программаһына эшлекле осрашыуҙар, панель дискуссиялары, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашыуҙар инә. Уларҙа сәнәғәт кластерҙары, инфраструктура проекттарын финанслау, ҡаҙна-ара мөнәсәбәттәр, инвестицияның йоғонтололоғон күтәреү, үҫеш институттарының үҙ-ара эш итеүе, эске туризм, моноҡалаларҙы үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу кеүек темалар күтәрелде.
Форум сиктәрендә бер нисә ҙур компания һәм сәнәғәт предприятиелары менән инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйыла.