Юғалтыуҙар, юғалтыуҙар...28.02.2017
Ҡазандағы икенсе матчты түҙемһеҙләнеп көтһәк тә, өмөттәр аҡланманы. Хужалар йәнә “Салауат Юлаев”тан көслөрәк булып сыҡты. Хатта иҫәп тә тәүге көндәгенекен ҡабатланы.
Уйын алдынан да ҡыуанырлыҡ яңылыҡ юҡ ине. Дмитрий Макаров менән Максим Майоров йәрәхәт алыу сәбәпле боҙға сыҡмаясаҡтар тип хәбәр иттеләр. Миҙгел буйы юлаевсыларҙың “лазареты” бер буш тормай!
Беренсе осрашыуҙа, ниһайәт, өфөләр һәйбәт уйын күрһәтте, тип һөйөнһәк, быныһында ул йәнә аҡһаны. Етмәһә, Никлас Сведберг та һаман ҡапҡаһын ташлап киткеләй...
“Аҡ Барыҫ” иҫәпте асты. Өсөнсө осорҙа уны нығытып та ҡуйҙы. Әлдә уларға ҡаршы гел уңышлы уйнаған Әнүәр Лисин бар беҙҙә – бер шайба индерҙе (2:1). Юлаевсылар шунда уҡ һөжүмгә ташланып, хужалар ҡапҡаһы янында хәүефле мәлдәр тыуҙырҙы. Әммә ваҡыт инде етмәне.
Ҡаршы тороу Өфөгә күсте хәҙер. Бындағы тәүге осрашыу беҙҙең өсөн яҡшы башланды. Бына 3:0 иҫәбенә еңеп тә барабыҙ... Их, “Салауат Юлаев” ҡына ошондай мәлде ҡулдан ысҡындыра белә... Ҡазандар бер-бер артлы өс шайба индереп, көстө тигеҙләп тә ҡуйҙы. Йәнә бер хоккейсыбыҙ – Антон Лазарев – йәрәхәтләнде.
Овертайм яҡынлашамы? Ярай әле Әнүәр Лисиныбыҙ бар. Һуңғы дүртенсе гол уның иҫәбенә яҙылды – 4:3. Уф, ҡотолдоҡ...
Бөгөн күршеләр араһында дүртенсе уйын уҙа. Дөйөм иҫәп әлегә ҡунаҡтар файҙаһына – 1:2.