Табиптар ярҙам һорай28.02.2017
Табиптар ярҙам һорай Һәр эштең үҙ тәртибе, һөнәри йәһәттән үҙенсәлекле, ҡатмарлы яҡтары бар. Медицина хеҙмәткәрҙәрен генә алайыҡ: Гиппократҡа ғына түгел, намыҫ алдында ла ант биреп, улар кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ ала һәм, ниндәй генә хәл-ваҡиға булмаһын, ярҙам итергә, мохтаждың хәлен еңеләйтергә бурыслы.
Әммә... Миҙалдың икенсе яғын да ҡарайыҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә һөнәри бурыстарын үтәү еңелме? Эш хатта белемен ҡулланып, сирлегә ярҙам күрһәтеүҙә лә түгел, ә табип йәки фельдшерға бурысын атҡарыу мөмкинлеген биреүҙә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәттә медицина хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итеү кеүек йәмһеҙ күренеш тарала бара, былтыр ғына, мәҫәлән, илдә 1200-ҙән ашыу ошондай осраҡ теркәлгән. Шуға күрә хәҙер башҡалар ғына түгел, медицина хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам һорарға мәжбүр: кеше ғүмерен ҡотҡарам тип, үҙҙәре ҡорбан булһа? Бигерәк тә был “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләгәндәргә ҡағыла.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы закон проекты әҙерләгән. Уға ярашлы, һөнәри бурысын башҡарыусы медицина хеҙмәткәренә һөжүм итеүсе 12 – 20 йылға йәки ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителергә тейеш. Әгәр ҙә ғүмеренә ҡурҡыныс менән янаған ғәмәл ҡылһа, енәйәтсе 10 йылға тиклем яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Әлеге мәлдә документ йәмәғәтселек тыңлауҙарын үтә, уның менән хоҡуҡи документтар порталында танышырға мөмкин. Әгәр ҙә проект Рәсәй Дәүләт Думаһында ҡабул ителһә, ул 2018 йылдың июленән үҙ көсөнә инәсәк.



Вернуться назад