Төбәк порталы аша уңайлы24.02.2017
Республика халҡы пособиеларҙы һәм субсидияларҙы төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон төрҙә рәсмиләштерә ала. Әле порталда социаль ярҙам саралары буйынса алты дәүләт хеҙмәте электрон рәүештә күрһәтелә.
Аныҡ әйткәндә, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидия, аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категориялары өсөн социаль пособие, балаға 1,5 йәш тулғанға тиклем уны тәрбиәләү буйынса айлыҡ пособие тураһында һүҙ бара. Бынан тыш, порталда сабыйы тыуған граждандарға бер тапҡыр бирелә торған пособиены, күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособиены, балаһы булған студент һәм аспирант ғаиләләренә пособиены рәсмиләштереү мөмкинлеге бар.
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон рәүештә күрһәтеү алымы муниципаль райондарҙа теркәлеп, ҡалала йәшәгәндәр өсөн бигерәк тә уңайлы.


Вернуться назад