Өфөлә ретро-автомобилдәр музейы ойошторолоуы ихтимал. Ҡала Советы депутаты Артур Хажиғәлиев ошондай башланғысты тәҡдим итте. – Музейҙа автомобилдәр экспозицияһын булдырырға ниәт бар. Унда танылған сит ил машиналары өлгөләре лә ҡуйыласаҡ, – тине депутат. – Беҙҙә теләһә ниндәй конструкцияны йыйыу мөмкинлеге бар. Был эште машиналарҙы йүнәтеү менән шөғөлләнгән оҫта механиктар атҡарыр ине.
Әле Артур Хажиғәлиев һәм уның фекерҙәштәре ҡулай майҙансыҡ эҙләй. Ул табылыу менән автотехника берәмектәре һатып алынасаҡ, төҙөкләндереләсәк. Әйтеүҙәренсә, энтузиастар ҙа, аҡса ла бар, теләк кенә кәрәк.
Экспозицияны республиканың 100 йыллығына асыу күҙаллана.
– Бындай музей бер яҡтан барыһы өсөн ҡыҙыҡлы тарихи белешмә булһа, икенсе яҡтан туристарҙы йәлеп итеү сараһына әүереләсәк, – тигән фекерҙә депутат.