Республика Башлығы бойороғо менән Илгиз Ҡыҙырғолов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде. Илгиз Раян улы Ҡыҙырғолов 1976 йылда Ишембай районының Байғужа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Физика-математика фәндәре докторы.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2001 йылда Башҡорт дәүләт университетының теоретик физика кафедраһында ассистент булып башлай. 2003 – 2006 йылдарҙа ошо уҡ кафедрала өлкән уҡытыусы, доцент, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлегендә баш белгес булып эшләй. 2006 – 2010 йылдарҙа – З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡытыу эше һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса проректоры, Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы. 2010 – 2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры була, шулай уҡ З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры вазифаһын башҡара. 2012 – 2017 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса проректоры, университеттың Нефтекама филиалы директоры.