Чемпиондар балалар менән осраша22.02.2017
Өфөлә уҙғарыласаҡ Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы алдынан республикалағы шашка үҙәктәрендә донъя, Европа, Рәсәй чемпиондары менән осрашыуҙар ойошторола.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында донъяның иң көслө шашкасыларының береһе, донъя һәм Европа чемпионаттарында еңеүсе исемен яулаған Айнур Шәйбәков менән ошондай саралар үткәрелде. Ул Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр райондарында, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында булды, уҡыусылар, уҡытыусылар, тәжрибәле шашкасылар, спорт сараларын ойоштороусылар, көйәрмәндәр, журналистар менән осрашты, шашка серҙәре менән уртаҡлашты.
Ошо көндәрҙә Ишембайҙа шашка буйынса Олимпия резервындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә лә блиц буйынса донъя чемпионы Муродулло Амриллаев уйын ойошторҙо. Шашка мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ уларҙың тренерҙары күп тапҡыр донъя, Европа, Рәсәй чемпионы менән көс һынашты. Амриллаевҡа ҡаршы бер юлы 45 кеше уйнаны.
Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогы финалы Өфөлә 1 марттан 12 мартҡа тиклем дауам итәсәк. Унда донъяның иң көслө 20 шашкасыһы – ун ир-егет һәм ун ҡатын-ҡыҙ – ҡатнаша. Оҫталар араһында Башҡортостандың алты вәкиле бар. Улар – Айнур Шәйбәков, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминова һәм Тамара Танһыҡҡужина.