Ауыл клубтарына йән өрөп22.02.2017
Былтыр Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институтындағы Граждан башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенә 74 ауыл клубтарҙы төҙөкләндереүгә ғариза биргән. Шуларҙың 56-һы һайлап алынған. Дөйөм алғанда Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса ауыл клубтарын реконструкциялауға республика ҡаҙнаһынан 35 миллион һум йәлеп ителгән.
Илеш районында ете клуб төҙөкләндерелгән. Иң ҙур проект – 2,8 миллион һумлыҡ капиталь ремонт та ошонда тормошҡа ашырылған. Әйткәндәй, был аҡсаның 1,8 миллион һумын урындағы халыҡ, ауыл һәм район хакимиәттәре йыйған, тағы ла 1 миллион һум программаға ярашлы бүленгән. Салауат һәм Ҡыйғы райондарында – бишәр, Шишмә һәм Ауырғазыла дүртәр клуб йүнәтелгән.
Былтыр ауылда – 458, ҡала округтарында 29 проект ғәмәлгә ашырылған. Уларҙың һәр береһенә Башҡортостан бюджетынан берәр миллион һум аҡса йүнәлтелгән.


Вернуться назад