Яҡташыбыҙ, опера йырсыһы Әлфиә Кәримова Лондонда концерт ҡуйҙы. Пианист, вокалсы, композитор һәм продюсер Евгения Терентьева менән бергә ул Рахманиновтың, Римский-Корсаковтың, Чайковскийҙың классик романстарын башҡарҙы. Концерт IV “Альбион йондоҙҙары. Масленица” халыҡ-ара башҡарыу оҫталығы фестиваль-конкурсы нигеҙендә үтте. Әлфиә Кәримова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Ҡаҙағстандағы “Астана-Опера” театрының төп солисы, халыҡ-ара вокал конкурстары лауреаты, халыҡ-ара конкурстарҙың жюри ағзаһы, педагог, “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ тауышы” номинацияһында “The Opera Ball Award-2015” абруйлы наградаһына лайыҡ булған. Әйткәндәй, тиҙҙән яратҡан йырсыһын Өфө халҡы ла тыңлай аласаҡ. 20 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Әлфиә Кәримова Дж. Вердиҙың “Травиата” операһында ҡатнашасаҡ.