Өфө трамвайҙары һауанан йөрөйәсәк22.02.2017
Өфө трамвайҙары  һауанан йөрөйәсәк Бөгөн транспорт проблемаларына зарланмаған кеше юҡтыр ҙа, моғайын. Бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа. Әлеге кеүек ҡарлы ҡышта автомобиль тығындары аша иртән эшкә килеп ҡара... Шуға күрә күптән түгел республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаттарының ошо мәсьәлә буйынса ҡануниәтте камиллаштырырға ынтылған ултырыш үткәреүе көнүҙәк яңғыраны.
Күптән түгел Иглин районындағы “Ташлы” ял базаһында ике автобус шоферының бер-береһенә травматик пистолеттан атыуына шаһит булдылар. Күрәһең, “майлыраҡ” маршруттарҙы бүлешә алмағандар. Әле был хәл буйынса тәфтиш органдары тикшереү үткәрә. Ошо ваҡиға үҙе үк юл хәрәкәтендәге тәртипһеҙлеккә ишаралай түгелме?
Беҙ иң йыш ҡулланған транспорт төрө – автомобиль. Пассажир ташыу буйынса беренсе урын ошо транспортҡа тура килә. Иң борсоғаны, мәшәҡәт тыуҙырғаны ла шул. Айырыуса ҡала урамдарында коммерция нигеҙендә эшләгән автобустарҙың еңел автомобилдәр менән уҙышыуы теңкәгә тейә.
– Күрше төбәктәрҙә, мәҫәлән, ундай тәртипһеҙлек юҡ, ә Өфө буйлап ҡайһы саҡ йөрөрлөк тә булмай китә, – тине бер депутат парламенттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитеты ултырышында. Ошо сараға Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин да саҡырылғайны. Уның раҫлауынса, был ойошмала маршруттарҙы булдырыу, үҙгәртеү йәки юҡҡа сығарыу буйынса комиссия эшләй башлаған, быйыл автобустар һәм маршруттар араһында барлыҡ заманса талаптарҙы ла иҫәпкә алған конкурс үткәреләсәк. Дәүләт пассажир автотранспортына субсидия бүлеү (“Башавтотранс” ҡына ла быйыл 445 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамына мохтажлыҡ кисерер тип көтөлә) тәртибе камил­лаштырыласаҡ, берҙәм йөрөү билеты индереләсәк. Һуңғыһы ике йыл инде хәл ителә алмай, сөнки шәхси автобустар хужалары берҙәм йөрөү билеты индереүгә ҡаршы: ҡулаҡсаһыҙ иҫәп-хисап яһаһаң, күпме керем алынғаны банк мәғлүмәттәре аша асыҡ күренеп торасаҡ.
Яңыраҡ Башҡортостанда Ҡытайҙың Чунцин провинцияһынан эшҡыуарҙар төркөмө булып киткәйне. Азат Мостафа улы әйтеүенсә, республикабыҙҙың автотранспорт системаһы уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған. Ҡытайҙар башҡа автомобиль юлы объекттары менән бергә Өфөлә һауа буйлап йөрөгән трамвай линияһы төҙөргә лә тәҡдим итә. Уның маршруты буйынса бер нисә вариант булған, ахырҙа өҫкә күтәрелгән эстакадалар буйынса Шакша биҫтәһенән Өфөнөң Октябрь проспекты һәм үҙәк аша аэропортҡа тиклем барасаҡ юлды һайлағандар. Әлегә был мәсьәлә буйынса ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылмаған, айырым деталдәрен тикшереү бара. “Һауанан йөрөгән был юл әле булған автомобиль юлдарына һәм уларҙағы хәрәкәткә бер нисек тә ҡамасауламаясаҡ, ҡытайҙар был линияны тиҙ ваҡыт эсендә төҙөп бөтөргә вәғәҙә итә”, – тине дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад