Фәҡирлеккә илткән ун сәбәп21.02.2017
1. Үҙ-үҙеңде йәлләү. Ярлылыҡҡа йөҙ тотҡан кешеләр үҙен йәлләй һәм бай булырға яҙмыш ҡушмаған тип иҫәпләй. Кемдер ҡыҙ булып тыуғанына үкенә (йәнәһе, ирҙәрҙең уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге күберәк), кемдер буй-һыны зифа кеше эшкә еңелерәк урынлаша тип уйлай һәм үҙенең шундай түгеллегенә ҡайғыра. Ә бәғзе берәүҙәр бәләкәй буйлы булыуын, милләтен, ата-бабаларынан ҡалған ғөрөф-ғәҙәтте яратмай. Һәр саҡ үҙеңде йәлләп йөрөү башҡаларҙың да һине һанға һуҡмауына килтерә, шәхси үҫеште тотҡарлай, аҙ ғына эш хаҡына ла риза булырға күндерә.
2. Ҡомһоҙлоҡ. Кибеттәрҙә һәр саҡ “ташлама” тип яҙылған тауар эҙләү, балаларыңа һәйбәт белем биреүгә аҡса йәлләү (беҙгә бит, йәнәһе, берәү ҙә ярҙам итмәне), аҙ хеҙмәт хаҡына ла тырышып эшләргә тейешмен тип иҫәпләү – фәҡирлеккә тура юл. Бөтә нәмәлә һаҡсыл булырға ынтылыу аҡыл күрһәткесе түгел. Етеш йәшәргә теләгән кеше һәр әйбер өсөн уның үҙ хаҡын түләргә, ярҙам иткән кешегә һәр саҡ мул итеп күстәнәсен дә бирергә күнегә һәм башҡаларҙан да шуны көтә.
3. Күрә алмаған эште башҡарыу. Үҙ вазифа бурыстарыңды яратмау, ләкин аҡса кәрәк булған өсөн генә башҡарыу, эштән ҡәнәғәтлек тапмау уңышҡа килтерә алмай.
4. Уңышты аҡса менән генә үлсәү. Аҡсам күп булһа, мин эшләмәй өйҙә генә ултыра алам, берәүгә лә буйһонмайым тип иҫәпләү – фәҡирлеккә табан барған кешенең хыялы. Тормошта уңыш яулап өйрәнгәндәр байлыҡты доллар йәки һумдар менән түгел, ә башҡа берәмектәр менән үлсәй. Ниндәй берәмек – уныһын һәр кем үҙе хәл итә.
5. Аҡсаны тотона белмәү. Кредит карталары һәм банктарҙың йылмайып ҡаршы алған хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе бурысҡа батыра. Уңышлы булырға ынтылмаған кеше артабан табыш килтерәсәк кредит менән артыҡ кәрәге булмайынса тороп та бурысҡа алынған зиннәтле автомобиль араһындағы айырманы төшөнөргә теләмәй.
6. Тиҙ байырға өмөт итеү. Ҡайһы берәүҙәр ҙур һәм бай компанияға эшкә урынлашҡан көндән үк һәйбәт килем алырға өмөт итә, ләкин хеҙмәт хаҡы ваҡыт уҙыу менән генә арта башлаясаҡ. Юғары уҡыу йортонда белем алғанда ла ундайҙар институтта ғүмерҙең бер өлөшө әрәмгә китә, ул арала аҡса табырға мөмкин булыр ине тип иҫәпләй. Уҡыу йортонда һөнәри белемгә әһәмиәт бирмәгәндәр артабан ғүмер буйы аҙ эш хаҡына көн күрә.
7. Үҙеңде башҡалар менән сағыштырыу. Вәкил үҙен класташтарынан өҫтөнөрәкмен тип иҫәпләй, сөнки “бишле”гә генә уҡый. Артур, киреһенсә, тиҫтерҙәре араһында иң насарымын тип ҡайғыра, сөнки ул ғына йәйге каникулда аҡса эшләй алмай. Ә Айҙар үҙенең бер туған ҡустыһын күрә алмай, сөнки тегеһе яңы “Лексус” һатып алған, ә уныҡы һаман юҡ. Бындай көнләшеү тойғоһо менән йәшәү – эске донъяғыҙҙы тышҡы күренештәрҙең баҫып алыуы – уңышҡа ирешергә ныҡ ҡамасаулаясаҡ.
8. Зарланырға яратыу. Тормош ауырмы? Тирә-яҡта тик ғәҙелһеҙлек, тупаҫлыҡ... Ләкин бындай ҡаршылыҡтарға бик иғтибар итмәй, үҙ маҡсатығыҙға табан ныҡышмалы барығыҙ.
9. Байлыҡты аҡсаға ҡарап билдәләү. Уңышлы кешеләр үҙенең тормош кимәлен әле янсығында йәки банктағы иҫәбендә булған аҡса менән бәйләмәй, сөнки ул ошо сумма бөткән хәлдә лә тағы табышлы эшләй башларға һәләтле. Ә фәҡир кеше, ҡулына ҙур аҡса килеп инһә лә, ул бөтөү менән тағы ярлылыҡҡа эләгәсәк.
10. Ғаиләнән айырым булырға ғәҙәтләнеү. Үҙ ғаиләһенән йырағайырға тырышҡан һәм быны ғаилә ағзаларының уға ауыр мәлдә ярҙамға килмәүе, күңелендәген төшөнөргә теләмәүе менән аңлатҡан кешеләр бик һирәк уңышҡа өлгәшә. Ғаилә – рухи терәк сығанағы. Яҡындарың тураһында хәстәрлек күреү һәм уларҙың да ихтирамынан файҙаланыу ҙур бейеклектәр яуларға мөмкинлек бирәсәк.