Белмәһәң, һора21.02.2017
Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүенә бәйле хоҡуҡи мәсьәләләр аңлашылмаһа, www.zkprb.ru сайтындағы “Сайттың консультанты. Online” тигән баннерға баҫып, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән кәңәшләшергә мөмкин.
Чат рәүешендә эшләнгән был сервис ярҙамында белгестәр бер юлы әллә күпме кешенең һорауҙарына яуап бирә ала. Улар республика халҡын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (йомала эштәре сәғәт 15 минуттан 5 тула тигәндә тамамлана) хеҙмәтләндерә. Ял һәм байрам көндәрендә, кис йә төндә ебәрелгән мөрәжәғәттәр ҙә иғтибарһыҙ ҡалмай – уларға яуап сайтта һуңғараҡ булһа ла баҫылып сығасаҡ.
“Росреестр” белгестәренән күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү, ҡабул итеүгә алдан яҙылыу, объектты кадастр иҫәбенә ҡуйыу, документтар туплау һәм уларҙы тапшырыу тәртибе, дәүләт пошлинаһы күләме кеүек төрлө мәсьәлә буйынса төплө яуап алырһығыҙ.