Иғтибар: күҙәтәләр!21.02.2017
Республиканың Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында былтырғы йылда башҡарылғанға йомғаҡ яһалып, ағымдағыһына эш йүнәлештәре билдәләнде. Унда райондарҙың мәғариф идаралығы етәкселәре, күп профилле һөнәри колледж, һөнәри кадрҙар әҙерләү үҙәге, балалар баҡсаһы мөдирҙәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне. Төп доклад менән Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ етәксеһе Айбулат Хажин сығыш яһаны.
Быйыл белем тураһындағы документтарҙы раҫлау буйынса дәүләт хеҙмәтен электрон формала күрһәтеүгә ҙур әһәмиәт биреләсәк. Бының өсөн Башҡортостандың Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығында бөтә шарттар ҙа булдырылған, онлайн режимда дәүләт хеҙмәтенең Дөйөм һәм төбәк порталдары эшләй.
БДИ-ны ойоштороу тәртибенә айырым иғтибар бүленә. 2016 йылда, мәҫәлән, Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ тарафынан һынау үткәреүҙәге етешһеҙлектәргә 28 протокол төҙөлгән. Быйыл да БДИ ойоштороу тәртибен контролдә тотоу буйынса ҡәтғи саралар күреләсәк.