Хикәйәнең яңы баҫҡысы17.02.2017
Хикәйәнең яңы баҫҡысы Нәфис әҙәбиәтте үҫтереү, халыҡҡа еткереү буйынса яңынан-яңы алымдар ҡаралып тора. Был йәһәттән төрлө бәйгеләр уҙғарыла, саралар ойошторола. Ошо арала шуларҙың береһенә – IV Халыҡ-ара М. Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабына – йомғаҡ яһалды.
Һөҙөмтәләр буйынса өс еңеүсе билдәләнде. Беренсе урынды “Һабаҡ” исемле хикәйәһе менән Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова яуланы. Ә бына яҙыусы Сабир Шәриповтың “Барабансы” хикәйәһе икенсе урын менән билдәләнде. Өсөнсө урынға иһә “Сәстәреңде тотоп ҡарар инем” исемле сәсмә әҫәре менән Бөрйән районынан Миңнур Ҡасимова лайыҡ булды. Авторҙарға Евразияның төрки яҙыусылары берлегенең премиялары тапшырылды. Тағы ла өс яҙыусының ижады – Тамара Искәндәриә, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин махсус бүләктәр менән баһаланды.
Бәйгенең Башҡортостандағы төбәк этабы ла дүртенсе тапҡыр уҙа. Йәмғеһе унда 28 кеше ҡатнашып, 29 эш тәҡдим ителгән. Авторҙары ахырғаса аноним ҡалған. Баһалама ағзалары әҫәрҙәр менән танышып, еңеүселәрҙе билдәләгәс кенә псевдонимдарҙың ысын исемдәре асылған. Хикәйәләр “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдарында баҫылған.


Вернуться назад