Сүпте теләһә ҡайҙа ташлама15.02.2017
Республикабыҙҙағы ауыл китапханалары яраҡлылыҡ ваҡыты үткән батарейкалар йыйыу буйынса акция үткәрә. Туймазы районында Экология йылында был сара “Батарейкалар, бирелегеҙ!” тигән девиз аҫтында уҙғарыла.
Акцияны “РиаПласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән биләмә-ара үҙәк китапхана ойоштора. Район тәбиғәтен һаҡлауға йүнәлтелгән акцияла һәр кеше ҡатнаша ала. Билдәле булыуынса, сүплеккә сығарылған батарейкалар тупраҡты бысрата, оҙаҡ сереп тарҡала. Китапхана хеҙмәткәрҙәре ғәмәлдән сыҡҡан ошондай әйберҙәрҙе акцияның логотибы ҡуйылған махсус һауыттарға ташларға саҡыра. Акция 15 февралдән 15 авгусҡа тиклем дауам итә.


Вернуться назад