Бал ҡортоноң үҙ көнө буласаҡ15.02.2017
Рәсәй Словенияның 20 майҙа Халыҡ-ара бал ҡорттары көнөн булдырыу тураһындағы башланғысын хуплап сыҡты. Был мәсьәлә илебеҙҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донскойҙың Словения ауыл, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Деян Жидан менән осрашыуында тикшерелде.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға ҙур әһәмиәт биреләсәк. Һуңғы йылдарҙа бал ҡорттарының ошо үҙенсәлекле төрөнә хәүеф янай. Бөрйән ҡорто һалҡынға бирешмәй, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йүкәнән бал йыйырға һәләтле, сирҙәргә ҡаршы әүҙем тора ала. Ләкин ситтән килгән бал ҡорттары менән ҡушылып, ул үҙенә генә хас сифаттарын юғалта.
— Бөрйән ҡорттарын һаҡлау буйынса артабанғы саралар билдәләнде, — тине министр урынбаҫары Илдус Яхин. — Улар иҫәбенә селекция эше, “Алтын солоҡ” заказнигы биләмәһендә яңы умарталыҡтар булдырыу, солоҡ әҙерләү инә.
2021 йылда республикала 47-се “Апимондия” халыҡ-ара конгресы үткәрелә ҡалһа, Халыҡ-ара бал ҡорттары көнөн булдырыу айырыуса мөһим.