Аҡмулла музейы — виртуаль донъяла15.02.2017
Башҡортостанда Мифтахетдин Аҡмулла музейы буйлап виртуаль тур ойошторола. Мәғрифәтсе шағирҙың тормошона һәм әҙәби мираҫына арналған музей Миәкә районының Туҡһанбай ауылында урынлашҡан.
— Интернет селтәренән файҙаланған һәр кеше тәүлектең һәр мәлендә Ер шарының төрлө нөктәһенән тороп Мифтахетдин Аҡмулла музейы экспозицияһы менән таныша ала, — тине проекттың ойоштороусыһы Радмил Абдрахманов.
Был эште башҡарыу өсөн иң элек музей, уның экспозицияһы фотоға төшөрөлә, артабан махсус программа ярҙамында виртуаль тур ойошторола. Ул Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы сайтында урынлаштырыла.
Проектты ойоштороусыларҙың фекеренсә, сара Милли әҙәбиәт музейы филиалдары менән танышыуға булышлыҡ итәсәк, Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы, республикаға туристар ағымын арттырасаҡ. Әйткәндәй, проект республика Башлығының 90 мең һумлыҡ грантына лайыҡ булды.
Мифтахетдин Аҡмулланың музейы уның тыуған яғында 1981 йылда асыла. Фондында 400-ҙән ашыу экспонат һаҡлана.


Вернуться назад