Яңы троллейбус килә14.02.2017
Яңы троллейбус килә Өфөлә яңы троллейбус эшләйҙәр. Белгестәр билдәләүенсә, яңы транспорт төрө элеккеләренән күпкә уңайлыраҡ һәм электр энергияһын аҙыраҡ сарыф итеүе менән үҙенсәлекле.
Тәүге машина пассажир­ҙарҙы февраль аҙағында хеҙмәтләндерә башлаясаҡ тип көтөлә. Әлегә ул беҙ кү­реп өйрәнгән ғәҙәти авто­бусҡа оҡшаған. Өфө инже­нерҙары уға заманса электрон ҡора­малдар, аккумулятор бата­реяһы урынлаштыра. Дизель двигателе урынына электр двигателе ҡуйыла.
Троллейбустың салоны ла уңайлы буласаҡ, йылыт­ҡыстар ҡуйыу ҙа күҙаллана. Ишектәре лә пассажирҙарҙы ҡыҫмаясаҡ, бының өсөн махсус ҡоролма беркетелә.
Яңы троллейбус электр энер­гияһын элеккеләренән 30 процент самаһы аҙыраҡ сарыф итәсәк. Йәнә шуныһы үҙенсәлекле: элек юлда электр энергияһы булмаһа, транспорт йөрөй алмай ине. Хәҙер ундай хәүеф янамай: үҙаллы запас энергия ярҙамында ул 15 километр алыҫлыҡҡа тиклем утһыҙ ҙа бара аласаҡ.
Йыл аҙағына тиклем Өфө урамдарында 20-ләгән ошондай троллейбус йөрөй башлауы ихтимал. Уларҙы әле ремонтлау депоһында йыялар.


Вернуться назад