Һәйкәлдәр тереләр өсөн14.02.2017
 Һәйкәлдәр тереләр өсөн Өфөлә мәшһүр балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Танылған журналист, “Башҡорт балетының гран-паһы” китабы авторы Нина Жиленко әйтеүенсә, был ваҡиға Рудольф Нуриев исемендәге ХХI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Әйткәндәй, фестиваль баш ҡалабыҙҙа 23 майҙан 2 июнгә тиклем дауам итәсәк. Премьераларҙың береһе — яңыртылған “Сыңрау торна” спектакле.
Мәшһүр башҡорт балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Насретдинова П. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә — Одетта һәм Одиллия, Л. Минкустың “Баядерка”һында — Никия, А. Адандың “Жизел”ендә — Жизель һәм Мирта, Л. Минкустың “Дон Кихот”ында — Китри, П. Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу”ында — Аврора, И. Штраустың “Зәңгәр Дунай”ында — Франциско, Ц. Пуниҙың “Эсмеральда”һында Эсмеральда һәм башҡа образдарҙы оҫта башҡара. Улар араһында “Сыңрау торна” тәүге милли балетында Зәйтүнгөл образы айырым урын биләй. Балет авторҙары — либреттосы Фәйзи Ғәскәров, композиторҙар Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Тап ошо балет һәм Насретдинованың оҫталығы ХХ быуаттың буласаҡ бөйөк бейеүсеһе Рудольф Нуриевҡа ныҡлы йоғонто яһай, уның артабанғы яҙмышын хәл итә.
Балет сәхнәһе йондоҙо Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Һуңғы йылдарҙа баш ҡаланың мәҙәни йәмәғәтселеге балеринаның ҡәберен тәртипкә килтереү тураһындағы мәсьәләне бер нисә тапҡыр күтәрҙе. Ниһайәт, мәсьәлә хәл ителде. Ҡәбер ташының идея авторы — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов. Макетын дизайнер Буранбай Ишемғолов яһаны.


Вернуться назад