“Ҡырағай” — иң яҡшы фильм14.02.2017
“Ҡырағай” — иң яҡшы фильм Февралдең тәүге декадаһында Силәбелә “Осҡон” башҡорт видеоһы һәм сценарий­ҙарының икенсе фестивале уҙғарылды.
Унда Силәбе өлкәһенән, Башҡортостандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 60-тан ашыу ғариза бирелде. Эштәр “Ҡыҫҡа метражлы фильм”, “Социаль видеоролик”, “Ҡыҫҡа метражлы документаль фильм”, “Анимациялы фильм”, “Микрокино” кеүек номинациялар буйынса ҡабул ителде.

Иң абруйлы “Ҡыҫҡа метражлы фильм” номинацияһында йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаева төшөргән “Башҡортостан” киностудияһының “Ҡырағай” картинаһы еңеү яуланы.
“Осҡон” фестивалендә, фильмдар күрһәтеүҙән һәм бүләкләү тантанаһынан тыш, сценарий, актерлыҡ, операторлыҡ, режиссер сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, башҡорт телендәге сценарийҙар менән таныштырыу сараһы булды. Фестивалде ойоштороусы Әлфир Илбаҡтин әйтеүенсә, конкурсҡа ебәрелгән эштәр күләме лә, уларҙың сифаты ла ҡыуандырҙы. Ҡатнашыусылар һаны былтырғыға ҡарағанда байтаҡҡа артҡан, хеҙмәттәрҙең барыһы ла юғары баһаға лайыҡ. Бәйгенең финалына ун сценарий сыҡты. Улар араһынан еңеүсе һайлап алынды. Бер нисә эш махсус бүләктәр менән билдәләнде.


Вернуться назад