Яман шеш менән көрәштең яңы алымы14.02.2017
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары мейеләге яман шеште иртә стадияларҙа асыҡлау мөмкинлегенә эйә. Бында ҡуйылған махсус Перфузия программаһы менән йыһазландырылған МРТ аппараты кескәй генә шеште лә күрергә булышлыҡ итә.
Табиптар әйтеүенсә, бындай алым химия йәки нур терапияһын үткән ауырыуҙар өсөн айырыуса мөһим, сөнки дауалау курсын үткәндән һуң баш мейеһендәге үҙгәрештәр шештең ҡайтанан барлыҡҡа килеүенә бик оҡшаш.
– Перфузиялы МРТ кеүек диагностикалау алымы 2 мил­лиметрлыҡ шеште лә алдан асыҡлау мөмкинлеген бирә. Аппарат ярҙамында рецидивтарҙы ла билдәләргә була. Алдан уҡ асыҡланған сирҙе дауалауы ла еңел, – ти медицина фәндәре кандидаты, табип-нейрорадиолог Эльвира Закирова.
Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире Раил Мөхәмәтрәхимов билдәләүенсә, тәғәйен диагноз бөтә тикшереүҙәр үткәс кенә ҡуйыла. Программаларҙы үҙләштереү өсөн дауахана табиптары Рәсәй һәм Европаның төп медицина үҙәктәрендә тәжрибә тупланы. Әле бындай аппарат Ҡыуатов исемендәге дауаханала ғына бар. Бында бөтә республиканан килгән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Былтыр иһә 14 меңдән ашыу кеше тикшерелгән.


Вернуться назад