Сибай ҡунаҡтарҙы көтә10.02.2017
16-17 мартта Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты филиалы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Сибай ҡалаһы хакимиәте менән берлектә “Башҡортостан – үҫеш биләмәһе: эшҡыуарлыҡ, экология, тел һәм мәҙәниәт” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын уҙғара. Сара Сибай ҡалаһында үтәсәк.
Конференцияға Башҡортостан Республикаһының ҡала һәм район башҡорт ҡоролтайҙары ағзалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төбәк бүлектәренән вәкилдәр, ғилми һәм белем биреү учреждениеларынан хоҡуҡ, иҡтисад белгестәре, тарихсылар, фольклор, тел, әҙәбиәт белгестәре, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, китапхана һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре саҡырылған. Йәш тикшеренеүселәрҙең – студенттар, магистранттар, аспиранттар һәм докторанттарҙың ҡатнашыуы күҙаллана.
Сара сиктәрендә UfaForum йәштәр майҙансығы менән берлектә Белем биреү форумын ойоштороу планлаштырыла. Шулай уҡ “Райондарҙа эшҡыуарлыҡтың үҫеше”, “Йолаларҙың һаҡланыуы”, “Яңы технологиялар заманында белем биреү”, “Шәхси мөмкинлектәрҙең үҫеше” кеүек темалар буйынса оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар һәм лекциялар уҙасаҡ.
Конференцияла ҡатнашыу өсөн ғаризалар 25 февралгә тиклем ҡабул ителә.