Яңыса түләү отошло10.02.2017
Быйыл Башҡортостанда ике меңдән ашыу фатирҙы шәхси йылытыу системаһына күсерәсәктәр. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһында иҡтисадты һөҙөмтәле үҫтереүҙе һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһының быйылғы тәүге ултырышы булды.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин йорттарҙы йылытыуҙың яңы системаһына күсеү программаһы хаҡында һөйләне. Министр әйтеүенсә, уҙған ике йылда 18 би­ләмәлә ошондай проект тормошҡа ашырылған, 2 683 фатир газ менән шәхси йылытыуға күсерелгән, блоклы 20 ҡаҙанлыҡ төҙөлгән. Һөҙөмтәһеҙ эшләгән 16 ҡаҙанлыҡ һәм иҫкергән 54 саҡрымлыҡ йылылыҡ селтәре сафтан сығарылған. Йорт эсендәге йылытыу һәм газ менән тәьмин итеү системалары тулыһынса алмаштырылған.
2021 йылға тиклем иҫәпләнгән программа халыҡта ла, муниципаль берәмектәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Йылытыуҙың айырым фатирлы систе­маһына күсеү халыҡтың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләмен байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ йылылыҡ системаларын реконструк­циялауға ҡаҙна сығымы ла кәмейәсәк, селтәрҙәрҙең ышаныслылығы артасаҡ, йәшәү шарттары яҡшырасаҡ.
Быйыл 2 230 фатирҙы газ менән шәхси йылытыуға күсереү, блоклы 20 ҡаҙанлыҡ төҙөү күҙаллана. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов программаны хупланы.


Вернуться назад