Былтыр Башҡортостанда Адреслы Республика инвестиция программаһы аҡсаһы иҫәбенә ете белем биреү учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылған. Файҙаланыуға тапшырылған объекттар иҫәбендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында мең урынға иҫәпләнгән бассейнлы яңы мәктәп һәм Федоровка 1-се урта мәктәбе.
Шул уҡ программа буйынса Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылында 110 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, Ҡариҙел районы Яңы Муллаҡай ауылында 60 уҡыусыға һәм 25 балаға иҫәпләнгән мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгән.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында урта мәктәп төҙөкләндерелгән һәм 120 балаға иҫәпләнгән интернат сафҡа индерелгән.
Йылайыр районында Йылайыр VIII төр махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына төкөтмә эшләнде.
Ишембайҙа Башҡорт кадет корпусына комплекслы төҙөкләндереү үткәрелде.
"Башинформ" агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда Адреслы Республика инвестиция программаһы сиктәрендә 11,7 млрд. һумға төҙөкләндереү эштәре башҡарылған, был 2015 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 17 процентка күберәк.