Дауаханалы булдыҡ...Үәт!07.02.2017
Дауаханалы булдыҡ...Үәт! 2016 йылда Башҡортостанда Адреслы республика инвестиция программаһы аҡсаһы иҫәбенә дауаханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлдө.
Былтыр Башҡортостандың 4 районында Адреслы республика инвестиция программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә (ярҙамында) яңы дауаханалар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары барлыҡҡа килде.
Иҡтисад үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауат ҡалаһында күпфункциональ дауахана файҙаланылыуға тапшырылған. Шишмәлә өлкәндәр һәм балалар өсөн 400 һәм 200 урынға иҫәпләнгән поликлиникаларҙы төҙөү эше тамамланған.
Бынан тыш Ҡалтасы районының Кейебәк һәм Илеш районының Ҡәҙер ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылған.
2016 йылда Республика адреслы инвестиция программаһы аҡсаһы иҫәбенә бөтәһе 99 объект, шул иҫәптән белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм коммуналь инфраструктура учреждениялары файҙаланыуға тапшырылған.


Вернуться назад