Яҡташыбыҙҙың беренсе күргәҙмәһе08.02.2017
Мәскәүҙә режиссер һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. “Мәҙәниәттәр аралашыуы” күргәҙмәһендә үткән тантанала йәш артистар Камилла Бикҡолова, “Заман” этно-проекты, “Алтын ай” һәм “Шоңҡар” ансамблдәре сығыш яһаны.
Гөлназ Ғәлимуллина – Беренсе канал режиссеры, элегерәк БЮТ телеканалында хәбәрсе һәм режиссер булып эшләгән, “ТЭФИ-Регион” һәм “New York Film Festival” наградаларына лайыҡ булған. Фото менән ике йыл элек мауыға башлаған. Гөлназдың тәүге фотокүргәҙмәһенең концепцияһы – кешенең, шәхестең үҙенсәлектәрен сағылдырыу, өйрәнеү. Автор заманса селфи менән үҙе күргән һүрәтте сағыштыра, геройҙарын күҙәтә.
– Кешенең социаль селтәрҙә һәм камера алдында үҙен нисек тотоуын күрһәтергә тырыштым. Фотокүргәҙмәнең асылы ла шулдыр. Күргәҙмәгә килгән һәр ҡунаҡтан иң оҡшаған эште баһаларға тәҡдим иттек, – тине Гөлназ. – Әйткәндәй, ҡайғы, һағышты берәү ҙә үҙһенмәне, барыһы ла матурлыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныс бөркөлгән фотолар өсөн тауыш бирҙе.
Күргәҙмә ай буйы дауам итәсәк.