Спорт ҡорамалы кәрәкме? Сермәнгә бар08.02.2017
Спорт ҡорамалы кәрәкме? Сермәнгә бар Яҡташыбыҙ Азат Уйылданов ауылда Рәсәй кимәлендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 35 йәшлек ир-егет – Белорет районының Сермән ҡасабаһындағы төп предприятиеның генераль директоры. Өс йыл эсендә ул колхоздың ташландыҡ биналарында заманса спорт тренажерҙары етештергән һәм бөтә Рәсәй буйынса һатҡан табышлы предприятие — Урал спорт инвентары заводын ойоштора.
— Оҙаҡ йылдар Силәбеләге “Титан” компаниялар төркөмөндә эшләнем. Конструкторҙан башлағайным. Һуңыраҡ предприя­тиеларҙың береһенә етәкселек иттем. Етерлек тәжрибә туплағас, бындағы эш ҡыҙыҡтырмай башланы. Таныштарым үҙемдең предприятиемды асырға тәҡдим итте. Майҙансыҡ та бар ине. Әммә ауыл ерендә бындай предприятиеның эшләп китеүенә бәйле бер аҙ икеләндем, шулай ҙа ҡыйыулығымды туплап, әлеге заводты астым, — тине эшҡыуар.
Азаттың хеҙмәттәштәре — ағалы-ҡустылы Антон менән Максим Копытовтар Белореттағы үлсәү ҡорамалдары заводын һәм микрозаймдар компанияһын етәкләй. Улар спорт инвентары заводын ойоштороусылар иҫәбенә ингән һәм эште башлау, тейешле ҡорамалдар һатып алыу өсөн 3 миллион һум самаһы аҡса бүлгән. Тағы ла 300 мең һумды Азат яңы эш башлаған йүнселдәргә ярҙам рәүешендә республика ҡаҙнаһынан алған.


Вернуться назад